Подписывайтесь на Bash.News
Ғәҙәттән тыш хәл ҡыҙ бала әхирәттәренә барғанда теркәлгән. Ихатала йөрөгән эт хужа ҡыҙҙары ҡапҡаны асҡан мәлдә урамға сығып балаға ташлана.
Ҡыҙҙың маңлайында ҙур йәрәхәттәр, ләкин шаңҡыған бала илай ҙа алмай. Ун йәшлек Әҙиләне әйтерһең ҡырағай йыртҡыс талаған. Ысынында иһә ҡыҙға әхирәтенә барғанда эт ташлана.
Әхирәтемә килдем дә уны урам буйында көтөп тора инем. Эттәре бәйһеҙ йөрөй ине. Урамға сыҡты ла әҙерәк торғас миңә ташланды. Әхирәтемдең апаһы сыҡҡас ҡына эттәрен тынысландыра алды.
Әҙилә Ҡаһарманова, зыян күреүсе
Эттән таланған Әҙилә йортона үҙе ҡайта. Һуңынан ғына уға ата-әсәһе ашығыс медицина ярҙамы саҡырта. Дауаханала табиптар 11 яраны тегә.
Ҡулдарым ойоп шылтырата алманым, тине ҡыҙым. Тәүҙә ул үҙен төш күрәм тип хис иткән. Өйгә ҡайтып еткәс кенә был мәшхәрҙең ысынбарлыҡта икәнен аңлаған. Тәүҙә иламай ҙа, ауырта ла тип әйтмәй ине. Күрәһең шаңҡыуы үтмәгәндер.
Илүсә Исламова, Әҙиләнең әсәһе
Әҙилә әйтеүенсә эт ташланған ваҡытта эргәһендә башҡа кешеләр ҙә була, әммә бер кем дә ярҙам итергә ашыҡмай. Эт хужалары бар. Ләкин хайуан ихатала бәйһеҙ торған була.
Минең эт кеше талаған тиҙәр, тик минең хайуан был ваҡытта өйҙә ине. Йорт эсендә. Күршеләр менән һыйыша алмайбыҙ, күрәһең улар миңә ғәйепте япһарған. Беҙ ул этте ике йыл элек урамда табып алып эйәләштерҙек. Балалар менән дә уйнай. Кешегә ташланғаны юҡ.
Любовь Сергеева, эттең хужаһы
Ваҡиға урынына тәүҙә хайуандарҙы яҡлаусылар килеп етә. Улар этте приютҡа урынлаштыра. Улар әйтеүенсә, хайуан ихатала йәшәгән һәм бер ниндәй ҙә тәрбиә күрмәгән. Әле Гром ҡушаматлы эт ситлектә карантинда тотола. Уны кинолог һәм ветеринарҙар тикшерәсәк.
Бәлиғ булмаған ҡыҙға суд медицина экспертизаһы уҙғарылып сәләмәтлеккә килтерелгән зыян кимәле билдәләнәсәк. Ваҡиға урынында тәфтиш эштәре башҡарыла һәм хоҡуҡи баһа биреләсәк.
Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы
Әҙилә лә бер нисә көнгә дауаханала ҡаласаҡ. Тәфтишселәр иһә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Әгәр эт хужаһының ғәйебе иҫбатланаһа, уға ла иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы янай.