Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Иглин районы үҙәгендә район хакимәте башлығы кубогына хоккей үтте. Бәйгелә Иглин һәм Таутөмән ауылдарынан 4 команда көс һынашты. Турнир быйыл 4-се тапҡыр үткәрелгән. Финалда турнирҙың даими еңеүселәре иҫәпләнгән Таутөмәндән «Йылан» командаһы һәм район үҙәгенең «33-сө легион» командаһы вәкилдәре осрашты. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә 15:13 иҫәбе менән һуңғы команда кубокка эйә булды.
Әле Иглин районының хоккей буйынса йыйылма командаһы киләһе ярышҡа әҙерләнә. 31-се ҡышҡы ауыл спорт уйындарының зональ этабы Архангел районы үҙәгендә үтер, тип күҙаллана.