Фәрит Ғүмәров: "Һаҡһыҙлыҡ фажиғәгә килтереүе ихтимал. Быйыл республикала 325 янғын теркәлде"

Һаҡһыҙлыҡ фажиғәгә килтереүе ихтимал. Быйыл республикала 325 янғын теркәлгән. Уларҙың күбеһе ауылда булған. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Быйыл республикала утта 26 кешенең, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 5 кешенең ғүмере өҙөлдө. Беҙ – ҡотҡарыусылар республика халҡын иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Ут йорт стеналарын ғына түгел, кеше ғүмерҙәрен дә юҡҡа сығара. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ. Бер розеткаға бик күп электр приборҙарын ҡуймағыҙ. Йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уларҙы төнгөлөккә эшләтмәү хәйерле булыр. Мейесте саманан тыш эҫе итеп яҡмағыҙ. Һүндерелмәгән тәмәке тотоп йоҡлап киткән осраҡта, уянмауығыҙ ихтимал. Республикала бындай осраҡтар йыш ҡына теркәлеп тора, постелдә тәмәке көйрәтеп йоҡлап киткән ирҙәр һәләк була. Янғынға килтергән төп сәбәптәрҙең береһе ут менән һаҡһыҙ эш итеү һәм тәмәке төпсөгө.  Беҙҙең именлек – беҙҙең ҡулда. Уяу, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ”.

Белгестәр фатир һәм йорттарға янғын иҫкәртеү приборы урынлаштырырға кәңәш итә. Уны алыу шарттары менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға була.