Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте

Бөгөн Өфөлә “Аксаков шыршыһы” үтте. Байрамға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, республиканың ҡала һәм райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырылды. 6 йәштән 12 йәшкә тиклем 250 бала ҡатнашты. Уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова сәләмләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Балаларға байрам программаһы, бүләктәр әҙерләнгән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән осрашыу булды. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Щелкунчик” спектакле тәҡдим ителде. Өфө ҡалаһынан Арсен Вәлиевтың атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул байрамға әсәһе менән килгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәлит Сафин фотолары.