Бөгөн Тәтешле районы халҡы Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн Тәтешле районы махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр улы, 24 йәшлек Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика башлығы Фәнистең әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ирекле батальон составында хәрби операцияла ҡатнашҡан Фәнис Хөсәйенов Украина БТР-ын әсир менән алып сығып илдә билдәлелек алды. Шулай уҡ халыҡ геройы яҡташын һәм генерал-майорҙы трофей бронетранспортер менән госпиталгә илтеп үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Табын ырыуы батыры менән хушлашыу тураһында репортажды бөгөн беҙҙең киске 22.30 минутта ҡарағыҙ.