Башҡортостан халҡы махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау тупланы

Ҡеүәтле техника, төрлө ҡорамалдар, беренсел кәрәк-яраҡтар - ярҙам республиканың төрлө мөйөштәренән килгән. Бөгөн Берҙәм логистик үҙәктә ылау фураларға тултырылды, колонна ошо көндәрҙә юлға сыға. Йөктө оҙатып барырға теләүселәр ҙә аҙ түгел. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм мунса кәрәк-яраҡтары - «Газ-66» автомобиленең кузовы туп-тулы. Был гуманитар ылау республиканың төнъяҡ-көнсығышынан килгән. Уны туплау башланғысы менән Дыуан районынан эшҡыуар сығыш яһай, тәҡдимде урындағы халыҡ дәррәү хуплап сыға. Йөк автомобиле күсмә мунса булараҡ йыһазландырылған. Утыны ла һалынған. Ә балалар яҙған хаттар һалдаттар күңеленә йылы өҫтәр, тигән өмөттә ирекмәндәр.

Ә был ҡеүәтле техника Архангел районынан килтерелгән. «УАЗ Патриот» һәм 11-се модель «ВАЗ» автомобиле мобилизацияға саҡырылыусыларға оҙатыласаҡ. Һуңғыһын һалдаттарға районда йәшәүсе эшҡыуар бүләк иткән. Башҡортостандың ирекмән эшҡыуарҙар штабы өсөн был беренсе ылау түгел. Һуңғыһын туплау өсөн, яңы йыл каникулында 5 миллион һум аҡса йыйып өлгөрәләр.

Махсус операция башланғандан алып республиканың Берҙәм логистик үҙәгенән 50-нән ашыу гуманитар ылау оҙатылған. Тыл ҡеүәтле булғанда, фронт та көслө икәнлеген республикала йәшәүселәр яҡшы аңлай. Өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусылар һәм халыҡ батальондары өсөн тәғәйенләнгән сираттағы ылау ошо көндәрҙә юлға сыға.

Рәзилә Ғиниәтуллина