Уның сиктәрендә республика район-ҡалаларында күләмле профилактик саралар үтә. Йылдағыса, инспекторҙар транспорт сараһын теркәү документтарын, уның техник торошон тикшерә, хужаһының ҡаргиҙәргә идара итеү хоҡуғы булыу-булмауын асыҡлай. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән яҙмала.
Башҡорт агросәнәғәт колледжында сираттағы имтихан. Егеттәр ҡаргиҙәр йөрөтөүгә таныҡлыҡ алыу өсөн белемдәрен күрһәтә. Имтихан тапшырыусыларҙан техника менән идара итеү һәләтенән тыш, юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү ҙә талап ителә. Имтиханды был талаптарҙы яҡшы белгән инспекторҙар ҡабул итә.
Ҡағиҙәләр ҡала яны һәм муниципаль-ара юлдарҙа йөрөүселәр өсөн дә тиң. Ҡыҙғанысҡа, инспекторҙар йыш ҡына хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына ла тап була. Танспорт сараһы менән таныҡлыҡһыҙ идара итеүселәр һәм хатта техниканы теркәмәүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта ҡаргиҙәргә техник күҙәтеү үткәрмәй руль артына ултырыу ҡәтғи тыйыла.
Күп осраҡта ҡаргиҙәр хужаһы техникаһын уйынсыҡ урынына күрә. Уны теркәүгә ҡуйыуҙы, техник торошон тикшереүҙе, тейешле категориялы водитель таныҡлығы алыуҙы ла кәрәк тип тапмай. Ҡыҙғанысҡа, бындай ҡараштың күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе лә ихтимал. Инспекторҙар ундай осраҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләй. Рейд барышында ҡаргиҙәр хужалары менән аңлатыу эштәре лә алып барыла.
Азат Ғәлиуллин