Бөгөн журналистар дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде

Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошон яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары журналистарына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Тантана Бөтә Рәсәй матбуғат көнө уңайынан Башинформ агентлығында үтте. Унда район һәм ҡала баҫмалары, республика һәм федераль кимәлдәге киң мәғлүмәт сараларынан 70-тән ашыу журналист билдәләнде.

Йыл дауамында хәбәрселәр Башҡортостан кимәлендә уҙған мөһим сараларҙы яҡтыртты, ҡайһы бер журналистар махсус операция биләмәһендә булып ҡайтты. Тантанала шулай уҡ туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөшөн индергән баҫмалар, төбәктең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар билдәләнде. Ҡәләм оҫталарын һөнәри байрамы менән төрлө министрлыҡтар вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ҡотланы.