Рәсәй Геройы Алмаз Сафин Раевка ҡасабаһының 2-се мәктәбенда белем алған. Батыр йөрәкле яҡташабыҙҙың класташтары һәм уҡытыусылары менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Әлшәй районы вәкиле хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың сентябрь аҙағында ҡушыла. 14 ғинуарҙа Алмаз Сафин етәкселегендәге 237-се парашют-десант штурмлау взводы дошман һөжүме күҙалланған Красный-Лиман йүнәлешендә оборона позицияларын тотоп тора. Старшина беренсе булып дошман подразделениелары хәрәкәтен аңдып ҡалып, һуғышсыларға ут асырға приказ бирә, шулай итеп дошмандың кинәт һөжүм итеү мөмкинлеген юҡ итә. Алыш барышында бер танк, ике бронемашина һәм Украина хәрби көстәренең 50-гә яҡын һалдаты юҡ ителә. Алмаз Сафин ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була.
Алмаз Сафин Раевка ҡасабаһының 2-се мәктәбен тамамлаған, хәрби хеҙмәтен тултырғандан һуң Новосибирск хәрби училищеһында кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуя. Десант ғәскәрҙәренә хәрбиҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә. Мина ярсығы эләгеп, ауыр яралана, хәрби бурысын үтәүен дауам итә.. Алмаз Миңлеғәли улына 37 йәш була. Хәрби десантсының ҡатыны, ике ҡыҙы һәм улы бар. Рәсәй Геройына Раевка ҡасабаһында мәтам митингы үткәреп, ерләү ойоштороласаҡ.
Бергә уҡыған классташтары ла ҡайғылы хәбәрҙе ауыр кисергән, Алмаздың әсәһенең һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Артиллерия һөжүмендә Алмаз Сафин ҡаты яралана, әммә үҙе етәкләгән хәрби позицияны ташламай, хәрбиҙәр менән идара итеп, күп һанлы подразделениеларға тура ул аса, хәрби бурысын үтәй, дошманға ҡаршы тора. Тиңдәшһеҙ яуҙа башын һала. Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафиндың исеме үҙе белем алған мәктәбендә, районда мәңгеләштереләсәк.
Гүзәл Борханова