Рәсәйҙә бөгөн балалар телевидениеһы көнө билдәләнә

Был дата 1963 йылда СССР телевидениеһында балалар редакцияһы булдырылыу менән бәйле. "Ералаш", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" программаларын балалар яратып ҡарай. Башҡортостанда ла балалар телерадиостудияһы уңышлы эшләп килә. “"Тамыр"- балаларға сағыу һәм ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар тәҡдим итә. Студия тапшырыуҙары Рәсәй кимәлендәге оҫталыҡ бәйгеләрендә даими призлы урындар ала”, - ти телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

1992 йылдың 2 мартында  Башҡортостан  телевидениеһында балалар өсөн тәүге сығарылыш - "Сәңгелдәк" тапшырыуы күрһәтелә. Ул "Тамыр" студияһының тәүге ижад емеше була. Балалар алып барған тапшырыу шунда уҡ  танылыу  яулай.