Оборона министры Сергей Шойгу Ҡораллы көстәрҙә хәрбиҙәр һанын миллион ярымға еткерергә ҡушты. Өс йыл эсендә ошо бурыс үтәлергә тейеш. Шулай уҡ ике яңы хәрби округ булдырыла. Йыһан, Ракета ғәскәрҙәренең ҡеүәте арттырыла. Әле Рәсәй армияһында миллионға яҡын хәрби хеҙмәт итә.