2022 йылда финанслау ике тапҡырға артҡан. - Ауылдарҙа йорт-бина ҡыйыҡтарын ремонтлау өсөн тәүге тапҡыр бюджеттан 100 миллион һум бүленде. Был эште быйыл да дауам итәбеҙ, - тине Прембер-министр Андрей Назаров. Уҙған йылда 126 биләмә төҙөкләндерелгән, быйыл 122 урынды матурлау маҡсаты ҡуйыла. Шулай уҡ 206 ихатаны тәртипкә килтереү , 1 мең 200 подъезды ремонтлау көтөлә.