Башҡортостанда билдәле “Керчь” ҡушаматлы һуғыш атына һәйкәл ҡуйыла

Ул 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы менән 1941 йылда фронтҡа ебәрелә, күп тапҡырҙар бомба, артиллерия һөжүме аҫтында ҡала. Ике тапҡыр яралана. Ҡарайғырҙың яуҙаш дуҫы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов була. Ул еңеүҙән һуң “яуҙаш дуҫын” тыуған яғына кире алып ҡайта. Керчь аты миәкәләргә яҡшы таныш. Райондың Илсеғол ауылынан фронтҡа киткән, һәйкәл ошо ауылда быйыл май айында урынлаштырыла. Ауылдың ветерандар советы рәйесе Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һуғыштан һуң Керчь колхозда 14 йыл хеҙмәт итә. Башҡортостандан 72 мең ат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.