Бәхетле билет хужаһы Өфөлә йәшәүсе Антон Артищев ҡатыны менән Ырымбурға юлланыр алдынан Рәсәй тимер юлы компанияһы хеҙмәткәрҙәренең ҡотлауын ҡабул итте. Уға Көньяҡ экспресс маршрутында бер тапҡыр бушлай йөрөүгә сертификат тапшырылды. Бөгөнгө билетты Артищевтар мобиль ҡушымта аша алған. Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы менән улар Ырымбурҙа йәшәүсе туғандарына барып килер өсөн йыш файҙалана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ экспресс Өфө - Күмертау маршруты 2021 йылдың апрелендә асылды. Халыҡ араһында һорау ҙур булғанға күрә, сентябрҙән ул Ырымбурға тиклем оҙайтылды. Былтыр республикала ҡала яны поездары йәмғеһе 3 миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был аладғы йылдарҙан 18 процентҡа күберәк.