Башҡортостанда бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза яһала башлай

Башҡортостанда Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булып бал ҡорттарына һәм балға молекуляр-генетик экспертиза яһала башлай. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан «Алтын солоҡ» умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәккә лаборатория статусы бирелде. Бындай кимәлдәге тикшеренеүҙәр әлегә тиклем башҡа бер төбәктә лә уҙғарылмаған. Былтыр ойошма урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусын да алғайны. Сирек быуаттан ашыу эшмәкәрлек барышында үҙәктә ҙур ДНК банкы булдырылған, ул даими тулыландырыла. Ҡиммәтле мәғлүмәт һәр тоҡом бал ҡорто өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға ярҙам итәсәк.

Үҙәккә Лаборатория статусы бирелеүе беҙҙең компетенцияларҙы йәнә дәлилләне. Ике төп йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ - башҡорт бал ҡортон һаҡлау, популярлаштырыу һәм сәнәғәт умартасалығын үҫтереү. Селекция эшен алып барыу өсөн нәҙекбилкәйҙәрҙең тоҡомон, сәләмәт булыуын контролдә тоторға кәрәк. Беҙ уйлап сығарған ДНК-ысул анализдарҙы ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға ярҙам итә.

Марат Хәсәнов «Алтын солоҡ» умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк-ара үҙәге етәксеһе

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереү буйынса программа проектын да әҙерләгән. Ошо маҡсатта быйыл республика ҡаҙнаһынан 20 миллион һум бүленә. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров субсидия алыуҙа төп шартты ла билдәләп үтте - мотлаҡ рәүештә башҡорт солоҡ ҡорто булырға тейеш.

Республика ярҙамы менән умартасылар таҙа тоҡомло башҡорт бал ҡорттарын, түмәр һәм башҡа инвентарь һатып аласаҡ. Шулай уҡ бүленгән субсидияға лаборатор тикшеренеүҙәр уҙғарырға мөмкин. Тәүмаҡсат - башҡорт балы брендын күтәреү һәм солоҡсолоҡ үҫешкән райондарға туристар ағымын көсәйтеү

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры