Республика балалар клиник дауаханаһында Әсә һәм бала өсөн матурлыҡ бүлмәһе асылды

Социаль проект Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Хәҙер кескәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре медицина учреждениеһы биләмәһенән сыҡмай, парикмахер хеҙмәте менән файҙалана ала. Шулай уҡ бында ирекмәндәр һәм күп балалы әсәйҙәргә сәс алыу оҫталығы буйынса уҡыуҙар ойошторола.

«Изгелек парикмахеры» социаль проектына ярашлы, 2020 йылда баш ҡалалағы сиркәүҙәрҙең береһендә йәшәү урындары булмаған кешеләр өсөн матурлыҡ бүлмәһе асылғайны. Ирекмән-парикмахер Татьяна Овсянникова балалар дауаханаһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе лә күптән маҡсат итеп ҡуйған булған.

Социаль проектты баш ҡала хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырыуыма шатмын. Грант аҡсаһына тейешле ҡорамалдар, мебель һатып алынды, бүлмәлә косметик ремонт эштәре башҡарылды. Эшебеҙ менән дауаханала ятҡан балаларҙың күңелен күтәрергә тырышабыҙ, уларҙың шат йөҙҙәрен күреү - үҙе бер бәхет.

Татьяна Овсянникова, «Изгелек парикмахеры» проекты авторы