Район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов менән юлдарҙы төҙөкләндереү һорауҙарын ҡараны. Тәтешле районы аша үтәсәк Мәскәү-Екатеринбург магистарле һәм уға төҙөлөш материалдары тураһында һүҙ барҙы. Был маҡсатта карьерҙар, юл өсөн ер участкалары билдәләнгән. Радий Хәбиров юл яны сервисы, уға инвесторҙар йәлеп итеүҙе хәстәрләргә ҡушты.
Республика етәксеһе Үрге Тәтешлелә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә булды. 2017 йылда учреждение Социаль программалар фонды ярҙамында төҙөлгән яңы бинаға күскән. Радий Фәрит улы үҙәктәге шарттар менән танышты.
Яңы Тәтешлелә Радий Хәбиров мәҙәниәт йортондағы Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәген ҡараны. Удмурт халыҡ йолаларын, фольклор һәм көнкүреш әйберҙәрен һаҡлаған үҙәккә ремонт талап ителә. Башҡортостан башлығы киләсәктә бинаны ҙурайтып реконструкциялау кәрәклеген әйтте.