Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ , сатлама һыуыҡтарҙа бер нисә ауылда электр энергияһында өҙөклөктәр килеп тыуып, йорттар һыуынды. Ҡатмарлыҡтар башлыса Иглин, Осоргин, Нуғай ауылдарында һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә теркәлгән. Электр станцияларының ҡеүәте етмәүе, күп кешеләрҙең йорттарҙы электр ҡорамалдары менән йылытыуы арҡаһында подстанцияларҙа авариялар булды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарҙы тәнҡитләп, мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.
Йыл аҙағына тиклем Иглин һәм Осоргин ауылдарында яңы подстанциялар төҙөү планлаштырыла. Иглин ауылында электр станцияһы 6 мең йортто хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Йылдам үҫешкән биләмәлә әле 32 меңдән ашыу йорт иҫәпләнә.