Нефтекама ҡалаһы «Ғаилә» ойошмаһында мәрхәмәтлек проектына йомғаҡ яһалды

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар оҫтаханала 1000-дән ашыу тауар етештереп һатыу иткән. Оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәр ҡулланыусылар өсөн һабын, таҫтымал, шәмдәр, биҙәүес әйберҙәренән тыш тәмлекәстәр ҙә әҙерләй.

Хәйриә проекты мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эш менән тәьмин итеү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн ойошторолған. Оҫтаханаға өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү өсөн шарттар булдырылған.

Грант отоп тегенселәр оҫтаханаһы астыҡ. Тәүҙә өс кешегә, аҙаҡтан 9 кешегә эш урыны булдырылды. Инклюзив проектҡа ҙур предприятиелар ҡушылды, улар оҫтаханала етештерелгән тауар өсөн хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә ярҙам итә.

Гөлназ Камалова, «Ғаилә» коммерция булмаған ойошма етәксеһе