Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Зәйнәб Биишеваның 115 йыллығына арналған саралар үтә

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендә Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлына арналға саралар үтә. Ул халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған.

Китапханасылар әйтеүенсә, Зәйнәб Бишеваның ижады оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, уның әҫәрҙәре дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә, изге ғәмәлдәр ҡылырға, хеҙмәтте һөйөргә, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Шуға күрә үҫмерҙәр уҡыу үҙәге был сараға Өфө колледжары һәм мәктәптәре уҡыусыларын саҡыррыға хәл иткән. Ойошторусылар, китапхана ҡунаҡтары өсөн Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы хаҡында мәғлүмәттәр, бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләгән. Йәш быуын халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәрен уҡып, белеп үҫергә тейеш, ти улар.