Радий Хәбиров Өфө ҡала советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары, ведомство һәм предприятие етәкселәре менән осрашыуҙа йылдан-йыл күсеп килгән мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты. Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Шуға күрә баш ҡала 21-се быуат мегаполисы, уңайлы йәмәғәт урындары, инфраструктура, юлдар, транспорт бәйләнеше булған заманса мегаполисҡа әйләнергә тейеш. Ултырышта Өфө үҫтереүгә бәйле төрлө мәсьәләләр, тәҡдимдәр ҡаралды.