Республикала 150 миллион һумлыҡ юл яны комплексы барлыҡҡа килә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында инвестор менән осрашыу уҙҙы. Унда килешеүгә ҡул ҡуйылды. Юл яны комплексы Өфө районы Михайловка ауылында янында төҙөлә. Бында яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, электрмобилдәрҙе зарядлау урыны, мини-маркет, кафе була. Инвесторға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелә.