Баймаҡ районы ауыл биләмәләре «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында әүҙем ҡатнаша

Һуңғы йылдарҙа райондаштар тап ошо проект ярҙамында байтаҡ көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ирешкән. Быйыл дәүләт программаһына Ишмырҙа ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә инергә йыйына. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ишмырҙалар «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында мәҙәниәт усағының ҡыйығын, түбәһен яңыртырға иҫәп тота. Ауыл халҡы бының мөһимлеген аңлай, сөнки 1976 йылда үҙ ишектәрен асҡан клубтың быйыл түбәһенән һыу үтеп бина арыуыҡ ҡына зыян күрҙе. Халыҡты берләштереп торған урын бөгөн авария хәлендә булыу сәбәпле күләмле саралар, концерттар үткәреү туҡтатылып торҙо.

Ишмырҙа ауылы халҡы йыр‐бейеүгә маһир, төрлө ансамблдәр, түңәрәктәр эшләй.2017 йылда грант ярҙамында яңы йыһаздар алыуға һәм «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә спорт бүлмәһе булдырыуға өлгәштеләр.

Әлеге мәлдә инициатив төркөм эш башлаған. Үткәрелгән йыйылышта халыҡ бер тауыштан проектты хуплап сыҡҡан.Программала еңгән осраҡта, бар ауыл халҡы ремонт эштәрендә ҡатнашырға әҙер.