Донбаста эшләп ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә, водителдәргә, медицина ярҙамын ойоштороуҙа ҡатнашҡан дауахана етәкселәренә Башҡортостан башлығының, сәйәси фирҡәнең рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Башҡортостандың төрлө дауаханаларында, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре. Әммә уларҙың бөтәһен дә уртаҡ яҙмыш бәйләй. Яҡташтарыбыҙ айҙар дауамында Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләп ҡайтҡан. Донбаста оҙайлы йылдар медицина ярҙамы күрһәтелмәгән, улар беҙҙең килеүҙе көтөп ала, ти аҡ халатлылар. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ерле халыҡты ла, ярҙамға мохтаж яугирҙарҙы ла ҡабул итергә тура килә.
Аҡ халатлыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте бөгөн Башҡортостан башлығының, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар ғына түгел, водителдәр ҙә бар. Мәҫәлән, Камил Иҫәнбаев күсмә медицина модуле водителе. 50 йылға яҡын руль артында, бындай оҙайлы сәфәргә тәүге тапҡыр сыҡтым, ти ул.
Башҡортостан Донбасс халҡына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Яҡташтарыбыҙ емереклектәрҙе тергеҙеүҙә ҡатнаша, гуманитар ылауҙар оҙатыла, медицина ярҙамы ойошторола. Әлегә тиклем Луганск Халыҡ Республикаһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы линияһы буйынса ғына 8 бригада эшләп ҡайтҡан, бөтәһе 100-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре.
Бүләкләү тантанаһы ҡатмарлы шарттарҙа иңен ҡуйған, ярҙам ҡулы һуҙған медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттең бер сағылышы. Улар үҙ миҫалында Гиппократ антына тоғролоғон һәм иң мөһиме берҙәмлектең көсөн иҫбатлай.
Рәмзиә Кәримова