Статистика хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, һыйыр һәм һарыҡ ите, һөт ризыҡтары, дөгөгә хаҡ 20-25 процентҡа артҡан. Икмәк, сәй, ҡәһүә, шәкәр, аҡ һәм көнбағыш майы ла ҡиммәтләнгән. Эксперттар аңлатыуынса, санкциялар сәбәпле аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ артты. Уның ҡарауы, йәшелсә, ҡарабойҙай, йомортҡа, шулай уҡ алма, армыт, йөҙөм кеүек емештәр арзанайған. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ даими күҙәтелә, артыҡ ҡиммәтләнгән осраҡта тикшереү үткәрелә, тип белдерәләр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.