Райондың мамыҡ шәлдәре республикала ла, илдә лә дан тота. Улар йылы, матур һәм сифатлы. “Шәл бәйләү, уны биҙәкләү оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла. Ғаиләләр йылы яулыҡтар һатып аҡса эшләй ала”, - ти Ейәнсуранан Клара Сибәғәтова, Гөлсиә Татлыбаева һәм Хәмдиә Теләүбирҙина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕйәнсура шәлдәренә Каринэ Хәбирова ла юғары баһа бирә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЕйәнсурала йыл һайын шәл фестивале ойошторолоп килә. Халыҡ кәсептәре фестивалендә лә район оҫталары 15 йыл рәттән Гран-при яулай. “Республика халыҡ ижады үҙәге менән бергә башҡорт дебет шәленә патент әҙерләнек. Ул махсус комиссияға тапшырылған”, - ти Ейәнсура район мәҙәниәт йорто белгесе Альфред Ваһапов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт