Республиканан 33 депутат махсус хәрби операцияла ҡатнаша

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, улар араһында мобилизация буйынса саҡырылғандар һәм үҙ ирке менән барыусылар ҙа бар. Былтыр декабрҙә Дәүләт Йыйышылы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Республика парламенты яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса саралар күрә. Закондар ҡабул ителә, депутаттар волонтерлыҡ менән шөғөлләнә.