Радий Хәбиров бөгөн Беларусь президенты эштәре менән идара итеүсе Юрий Назаров менән осрашты

Унда  халыҡ--ара  хеҙмәттәшлек,  иҡтисадтың төрлө  өлкәләрендә  берҙәм проекттарҙы  ғәмәлгә  ашырыу  мөмкинлектәре  ҡаралды. Сауҙаны  арттырыу, бизнесты  үҫтереүгә  айырыусы  иғтибар булды. - Беларусь президенты командаһының ярҙамынан башҡа халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкин түгел. Ил етәкселеге беҙгә сода алыуҙа булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ уны экспорталарға  әҙербеҙ. Бынан тыш  Башҡортостанда  уникаль хайуандар - зубрҙар  үрсетеү тураһында  килештек.  Тәүгеләре  быйыл  уҡ  килтерелергә  тейеш, - тине  Радий  Хәбиров.