Бөгөн Өфөлә Уҡытыусы һәм остаз йылы, «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусы -2023» конкурсы асылды

Ил президенты Владимир Путин ҡарары менән булдырылған Уҡытыусы һәм остаз йылында республикала байтаҡ саралар үтәсәк. Ул Константин Ушинскийҙың тыуынына 200 йыл, Фатима Мостафинаның тыуыуына 110 йыл тулыу менән дә тап килә. Педагогик оҫталыҡ конкурсы быйыл 26-сы тапҡыр уҙа. «Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы», «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Педагогик дебют» номинациялары билдәләнгән. Конкурс киләһе аҙнала дүшәмбе, 23 ғинуарҙа башлана һәм 6 февралгә тиклем дауам итә. Педагогик ярыш өс этаптан тора.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған тантаналы сарала республика мәғарифына ҙур өлөш индергән ветеран - уҡытыусылар тәбрикләнде. Был абруйлы һөнәргә йыш ҡына ғаиләлә һөйөү тәрбиәләнә. Ете йыл министр булып эшләгән Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы үҫкән 11 балалы ғаиләнән 6 уҡытыусы сыҡҡан.

Ильяс Сағынбек тә уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Был һөнәрҙә йыл ярым ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул конкурста үҙен һынап ҡарай. Ҡаҙағстанда тыуып үҫкән ҡаҙаҡ егете Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта һәм телде 2014 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ингәс өйрәнгән.