Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Беҙ баш ҡалалағы хроник сирҙарҙән арынырға тейешбеҙ. Радий Хәбиров Өфө ҡала советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары, ведомство һәм предприятие етәкселәре менән осрашыуҙа йылдан-йыл күсеп килгән мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты. Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Шуға күрә баш ҡала 21-се быуат мегаполисы, уңайлы йәмәғәт урындары, инфраструктура, юлдар, транспорт бәйләнеше булған заманса мегаполисҡа әйләнергә тейеш, тине төбәк башлығы осрашыуҙа. Өфө ҡайһы юҫыҡта һәм нисек үҫәсәк? Айнур Кәбиров яҙмаһы.

Уйламайынса бирелгән рөхсәт - йылдарға һуҙылған проблема. Өфөләге тотҡарланған төҙөлөштәрҙең күпселеге тап ҡала етәкселегенең урындағы халыҡ менән кәңәшләшмәй, архитектур йәһәттән тикшермәй биргән рөхсәт һөҙөмтәһе. Бынан ары баш-баштаҡлыҡ сикләнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Өфө уңайлы торлаҡ, йәмәғәт урындары, социаль объекттар, юл, транспорт хужалығы, лайыҡлы эш урындары һәм хеҙмәт хаҡы булған 21-се быуат ҡалаһына әйләнергә тейеш. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр бар. Заманса ҡала төҙөү өсөн яңы майҙансыҡтар ҙа етәрлек. Мәҫәлән Ағиҙел йылғаһы аръяғы.

Владимир Путиндың Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә федераль статус биреүе лә байрамға әҙерлекте яңы кимәлгә сығара. Юбилейға амбициоз маҡсаттар ҡуйыла һәм ҡаланы перезагрузка көтә. Шулай ҙа байрам менән генә сикләнергә ярамай, тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев.

Тап шуның өсөн дә һәр объекттың халыҡ менән кәңәш ҡороп эшләнеүе шарт. Урында йәшәүселәрҙең фекере, теләктәре иҫәпкә алынғанда ғына «хроник сирҙәр» барлыҡҡа килмәйәсәк. Тап шул ваҡытта ғына халыҡ өсөн эшләнде, тип әйтеү мөмкин, ти белгестәр.

Баш ҡала юбилейы тотош республика халҡы өсөн дә ҙур байрам. Тап үҙәктә төбәктәр өсөн проекттар, өлгө, тәжрибә һәм башланғыстар ярала.

Әлбиттә, хроник сирҙәрҙе генә дауалау дөрөҫ түгел. Бер үк ваҡытта киләсәкте лә хәстәрләү мөһим. Баш ҡала үҫешенең стратегияһы булыуы шарт, тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе ҡала ситендәге ҡасабаларҙы, ауылдарҙы ла берҙәй тигеҙ ҡарарға ҡушты. Улар ҙа шулай уҡ Өфө биләмәһе һәм уңайлыҡтар ҙа ҡаланыҡынан ҡалышырға тейеш түгел, тине ул. Радий Хәбиров тәү сиратта электр, һыу тәьминәтен хәл итергә һәм был эште тиҙләтеү өсөн махсус программа эшләү кәрәклеген белдерҙе.

Айнур Кәбиров