СВО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаилә ағзалары проблемалары кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаилә ағзалары проблемалары кисекмәҫтән хәл ителергә тейеш. Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын ойоштороуға арналған осрашыуҙа ҡала хакимиәтенә хәрбиҙәргә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте һәм уларҙың ғаиләләренә лә берҙәй тигеҙ иғтибар бүлергә кәрәклеген белдерҙе.

Республика башлығы яуҙа һәләк булыусыларҙың ҡатындары, ата-әсәләренән килгән мөрәжәғәттәрҙең үтәлешен шәхсән күҙәтеүҙә тотоуын әйтте. Ултырыш барышында ул махсус хәрби операцияла үлеп ҡалған майор Дмитрий Безбородовтың ҡатынының эш табыу үтенесе тураһында ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе яугирҙың ғаиләһен декабрь аҙағында барып күргәйне.

Радий Хәбиров шишәмбе хәрби операцияла һәләк булған Тәтешле районы егете Ринат Гәрәйевтың ғаиләһен барып күрҙе. Яугирҙың әсәһе сәләмәтлек торошона зарланғайны.