Баш ҡала үҙәгендә тиҙҙән ҡар иретеү пункты барлыҡҡа килә

Әле Сәғит Агиш урамындағы өс мең квадрат метр майҙанда төҙөлөш эштәре бара. Өфөлә тәүге пункт 14 йыл элек сафҡа ингән, ул баш ҡала урамдарынан таҙартылған ҡар күләмен эшкәртеп өлгөрмәй. Шуға күрә яңы үҙәк көн талабы, ти белгестәр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 160 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова танышты.

Ҡеүәтле техника туң ергә шпунт ҡаға. Был төҙөлөш эштәре барышында тупраҡтың ишелеүенә юл ҡуймаҫ өсөн башҡарыла. Ер туң булыуына ҡарамаҫтан, экскаватор көслө баҫым менән тимер свайҙарҙы бер нисә метрға ергә батыра.

Проектҡа ярашлы, иретелгән һыуҙы һурыусы насос 18 метр тәрәнлектә урынлашҡан. Уны беркетеү айырым ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ти белгестәр. Әммә төҙөлөш графикка ярашлы бара. Ҡала өсөн мөһим объект тиҙерәк эш башлаһын өсөн, урында эшселәр оҙайтылған режимда эшләй. Әле төҙөлөштөң иң ауыр өлөшө - ер эше тамамланыу өҫтөндә.

Ҡар иретеү технологияһы уникаль һәм иҡтисади яҡтан отошло - ул электр энергияһын талап итмәй. Ҡар торбаларҙан аҡҡан тотонолған һыу ярҙамында иретелә. Экологик яҡтан да тәбиғәткә зыян килмәй, ти белгестәр. Киләсәктә бындай комплекстар һанын арттырырға ниәтләйҙәр, тимәк, ҡала урамдары ниһәйәт, ҡарҙан таҙарыр тигән өмөт бар.

Тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған үҙәк тәүлегенә 1 мең 200 кубометр ҡар иретәсәк, тип күҙаллана. Иретелгән һыу махсус таҙартыу ҡоролмалары аша үтеп, канализация торбалары буйлап ағыҙыла. Уникаль ҡоролманың быйыл сафҡа инеүе көтөлә.

Лилиә Мәҡсүтова