Һуңғы йылдарҙа райондаштар тап ошо проект ярҙамында байтаҡ көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ирешкән. Быйыл дәүләт программаһына Иҫке Байыш ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә инергә йыйына. Әлеге мәлдә инициатив төркөм эш башлаған. Үткәрелгән йыйылышта халыҡ бер тауыштан проектты хуплап сыҡҡан. Программала еңгән осраҡта, аҡсаны Иҫке Байыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яуғирҙарға арналған һәйкәлде ремонтлауға тотоноу ҡарала. Һәйкәл 1980 йылда ҡуйылған, йыл һайын косметик ремонт уҙғарылып тороуға ҡарамаҫтан, уны капиталь төҙөкләндереү талап ителә, ти биләмә башлығы Илдус Хәмиев.