Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Амкодор” компанияһы менән хеҙмәттәшлек әүҙемләшә. Быйыл йәй Өфөлә иген эшкәртеү ҡорамалдары етештергән завод асыла. Киләсәктә ауыл хужалығы һәм коммуналь техника сығарыуҙа ла яйға һалыу ҡарала. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан һәм Беларусь машиналар төҙөү өлкәһендә ныҡлы хеҙмәттәшлек итә ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Беларускә рәсми сәфәре барышында “Амкодор” холдингында булды. Унда Башҡортостан Башлығы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн ҡорамалдар етештереү технологияһы менән танышты.