Мортаза һәм Тәтербаш ауылдарында йәшәүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған медицина учреждениеларында беренсел ярҙам ала. Авария хәлендәге биналарҙы алмаштырған объекттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла танышты.
Тәтербаш ауылында йәшәүселәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын ҡыуанып ҡабул итте. Быға тиклем беренсел медицина ярҙамы авария хәлендәге кирбес бинала күрһәтелһә, хәҙер заманса шарттарҙа һаулыҡты тикшертергә мөмкин. Ишек алдындағы таҫма тантаналы шарттарҙа киҫелгәндән һуң фельдшер Гөлшат Сәғиҙуллина ҡунаҡтарҙы яңы эш урыны менән таныштырҙы. Бында халыҡты ҡабул итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Пациенттарҙы ҡарау, процедура бүлмәләре айырым булыуы айырыуса уңайлы. Бинала һыуы, канализацияһы ла бар.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты 235 кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 39-ы балалар. Тәүге эш көнөнән үк бында аҡ халатлы белгескә күренергә теләүселәр күп булды. Сифатлы медицина ярҙамына ихтыяж юғары.
Тәтербаш үҙәгендә ҡалҡҡан яңы фап биләмәһен төҙөкләндереүҙә ауыл хужалығы предприятиелары, эшҡыуарҙар ҙур ярҙам күрһәткән. Объектты асыу тантанаһында уларға урындағы хакимиәттән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Стәрлебаш районында тағы ла бер фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Мортаҙа ауылында йәшәүселәр ҙә хәҙер замнаса шарттарҙа медицина ярҙамы ала. Бинаға ингән урында пандус ҡуйылған. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырылған.
Модулле ФАП ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән. Ауыл халҡы билдәләүенсә, тәүге ҡар яуғанда нигеҙ свайҙары ҡағылһа , объект стеналары бер аҙнала күтәрелгән. Медицина учреждениеһының хәҙер айырым бинала булыуы үҙе бер ҡыуаныс.
Егерме йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Гөлназ Хоҙайбирҙина балаларға ла, өлкәндәргә лә хәстәрлекле. Ҡул аҫтында тейешле медицина ҡорамалдары булыуы беренсел ярҙам күрһәтеү сифатын да күпкә яҡшырта.
Стәрлебаш районында беренсел звеноны яңыртыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Былтыр Һарайҫа һәм Йәшергән ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пунктары сафҡа индерелһә, быйыл Тормайҙа ла яңы объект асыу планлаштырылған.
Гөлназ Хәйбуллина