Байрам ҡунаҡтары билдәле спортсылар менән осрашып, күрһәтмә сығыштар, асыҡ күнекмәләргә шаһит буласаҡ. Шулай уҡ ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, төрлө ярыштар уҙғарыла. Сараны асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт икелә башлана, артабан теләүселәргә саңғы уҙышы уҙғарыла. Балалар һәм үҫмерҙәр ярты саҡрым, ә өлкәндәр ике тапҡырға күберәк ара үтә.