Башҡортостандың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы тамамланған йылға йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары былтыр 200-ҙән ашыу иркенән мәхрүм ителеүсенең эшен ҡарап, улар янына холоҡ төҙәтеү урындарына барған. Был турала Башинформ мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында әйтелде. Осрашыуҙа тамамланған йыл йомғаҡтары барланды, Башҡортостан башлығының балалар, эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдәре менән ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Республиканың йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзалары араһында айырыуса әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләүселәргә Рәсәй Федерацияһы йәмәғәт палатаһының рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәғариф һәм фән министрлығы, шулай уҡ махсус ябыҡ учреждениелар менән артабан да берлектә эш алып барыу юлдары ҡаралды. 2022 йылдың 6 сентябренән йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән 18 кешелек яңы составта эшләй.

Былтыр беҙ холоҡ төҙәтеү учреждениеларында 200-ҙән ашыу иркенән мәхрүм ителеүсе янында булып өлгөрҙөк. Был граждандарҙан һәм уларҙың яҡындарынан 300-ҙән артыҡ ашыу мөрәжәғәт ҡабул итеп эшкә алдыҡ. Ярты йыл дауамында карантин сикләүҙәренә бәйле граждандарҙы онлайн ҡабул иттек. Алдыбыҙҙа быйыл да кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мөһим эштәр тора.

Олег Ғәлин, Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе