1917 йылғы революцияның төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе 1924 йылдың 21 ғинуарында Горки ҡасабаһында вафат була. Бер нисә көндән мәрхүмдең табуты Мәскәүгә килтерелә. Ленин менән хушлашыу 5 көн дауам итә. Ғинуар аҙағында Владимир Лениндың кәүҙәһе Ҡыҙыл майҙанда төҙөлгән Мавзолейға урынлаштырыла.“Ул тарихта һәм халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы”, - тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСовет власы йылдарында ҡала һәм ауылдарҙа Ленинға һәйкәлдәр ҡуйыла. Ленин ордены һәм премияһы булдырыла. 90-сы йылдарға тиклем Мәскәүҙә Ленин үҙәк музейы эшләй. Ойошма, завод һәм предприятиелар революционерҙың исеме менән атала. Рәсәй социаль-сәйәси тарих дәүләт архивында Владимир Лениндың 30 меңдән ашыу документы һаҡлана.