Миҙалдар ун ауырлыҡ категорияһы буйынса уйнатыла. Башҡортостан йыйылма командаһы 12 спортсынан тора, уны Рәмил Сирбаев, Борис Понятов һәм Валерий Коробов етәкселегендәге тренерҙар әҙерләй. Турнир 7 февралдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә башлана. Ярыш программаһы менән Рәсәйҙең Спорт алышы федерацияһы сайтында танышырға мөмкин.