Башҡортостанда йәшәүселәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында үҙҙәренә һәм сабыйҙарына медицина полисын һората йәки уны алмаштыра ала. Бының өсөн раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында баланы йәшәгән урыны буйынса теркәргә мөмкин. 6 эш көнөнән һуң, электрон теркәү тураһындағы таныҡлыҡ ғариза биреүсенең шәхси кабинетына килә.