1 февралдән беренсе бала өсөн сертификат суммаһы 587 мең һумға еткерелә. Рәсәй Финанс министрлығынан шул турала хәбәр итәләр. Икенсе бала өсөн 775 мең һум түләнә. 2023 йылда социаль түләүҙәр өсөн бюджетта 152 миллиард һум һалынған. Бала өсөн айлыҡ пособие, инвалид һәм ветерандарға, шулай уҡ айлыҡ страховка түләүҙәре арта. Быйылдан минималь хеҙмәт хаҡы ла күтәрелә.