Башҡортостан баш ҡалаһынан Төркиә, Таиланд, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстанға тура авиарейстар бар. Белгестәр сит илгә сығыр алдынан сәйәси һәм эпидемиологик хәлде белешергә кәңәш итә. Турфирмалар клиенттарға бындай мәғлүмәтте бирергә тейеш.