Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай федераль законға үҙгәреш әҙерләгән. Уға ярашлы, төбәктәрҙә ҡанун сығарыу органдарында эшләгән етәкселәр 70 йәшкә тиклем хеҙмәт итә ала. Быға тиклем Федерация Советы аппараты, шулай уҡ төбәктәрҙә башҡарма власть органдарында эшләгән белгестәргә хаҡлы ялға сығыу йәше оҙайтылды. Республика парламенты әҙерләгән закон проекты Дәүләт Думаһына ебәрелгән.