Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы башҡа йылдар менән сағыштырғанда киңерәк итеп уҙғарыла

Был турала Рәсәйҙең Беларустәге илсеһе Борис Грызлов белдерҙе. - Июнь аҙағында Өфөгә саҡырҙылар, мотлаҡ  киләсәкмен.  Беларусь менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең нығыныуы, берҙәм предприятиелар булдырылыуы көтөлә, - тине ул. Радий Хәбиров әйтеүенсә, форумға әҙерлек бара. Ҙур мәҙәни, йәштәр өсөн саралар була, техника, иҡтисад, фән буйынса күргәҙмәләр ойошторола. - Иң мөһиме хеҙмәттәшлек буйынса ун йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәләре барлана, - тине Башҡортостан Башлығы. Беҙҙең республика делегацияһы был көндәрҙә рәсми сәфәр менән Минскиҙа.