Тәүге иптәштәрсә осрашыу 24 ғинуарҙа Төркиәлә Анталья футболсылары менән үтә. Артабан Үзбәкстан менән Босния һәм Герцеговина, Краснодарҙан “Кубань”, Мәскәүҙән “Родина”, Ҡазандың “Рубин” командалары менән уйындар ҡаралған. Ҡышҡы тәнәфестән һуң 1-се лигала чемпионат март башында башлана.