Быйыл яҙ Өфө-Минск авиарейсы асыласаҡ

Был турала Радий Хәбировтың Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында билдәләнде. Июндә Өфөлә Беларусь компанияһының ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе «Амкодор» заводы эш башлай. Эшлекле сәфәр тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Беларусь республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан башлығы «Амкодор» холдингының илдең төрлө өлкәләрендә урынлашҡан етештереү майҙансыҡтарында булды. Радий Хәбиров сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн продукция етештереү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, «Амкодор-Эластомер» предприятиеһында Башҡортостан башлығына резина-техник әйберҙәр етештереүҙе күрһәттеләр. Радий Хәбиров, завод ихтыяждары өсөн Башҡортостандан химия продукцияһын оҙатыу мөмкинлеге тураһында ла фекер алышты. «ПРОДИ» компанияһы майҙансыҡтарында иһә АБС-пластик йәки полиуретандан трактор һәм юл хужалығы техникаһына интерьер һәм экстерьер өлөштәре етештерелә

Дзержинск ҡалаһында ла Радий Хәбиров «Амкодор» холдингына ингән «Элезер» предприятиеһында булды. Ул ауыл хужалығы техникаһын етештереүгә махсуслашҡан. Был майҙансыҡта иген таҙартыу, ер эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса 40 төрҙән ашыу техника һәм ҡоролма сығарыла. Ошондай уҡ завод былтыр май айында Башҡортостанда төҙөлә башланы. Уны быйыл июнь айында асыу ҡарала.

Быйыл яҙ Өфө-Минск авиарейсы асыла. Минскиҙа Башҡортостан башлығы Рәсәйҙең Белоуссиялағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Борис Грызлов менән осрашты. Эшлекле әңгәмәлә иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Ике яҡлы бәйләнештәр электән һөҙөмтәле эшләп килә һәм һуңғы ваҡытта ул яңы динамикала үҫеш алды, хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә юл картаһы һәм эшсе төркөм билдәләнде. Башҡортостан башлығы 26-28 июндә уҙасаҡ Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы программаһы менән таныштырҙы.

Борис Грызлов Башҡортостан башлығының Беларусь республикаһына башҡа төбәктәр араһында беренсе булып килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм киләсәктә уртаҡ предприятиелар булдырыу йүнәлеше лә күҙ уңында тотоласаҡ, тине.

Башҡортостан Минск автозаводының туристик автобустарын һатып алырға әҙер. Был турала Белоруссияның премьер- министры Роман Головченко менән осрашыуҙа һөйләшелде. Яҡтар сәнәғәт өлкәһендә кооперация проекттары һәм иген киптереүсе комплекстар проекттарын ҡараны.

Лифт етештереү буйынса ла хеҙмәттәшлек күҙаллана. Уҙған йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында сауҙа әйләнеше 10 ярым процентҡа артҡан.

Рәмилә Исмәғилева