Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үҙәк фәнни-тикшеренеү институты белгесе төбәктә индерелгән пилот проектының уңайлыҡтары, пациенттарға тыуҙырған яңы мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Мәскәү вәкиле халыҡтың медицина хеҙмәттәре менән ҡуллана алыу торошо, пациенттарҙы маршрутлаштырыу һәм беренсел звенола медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу кимәлен баһаланы.
Был бүлмәлә эш көнө барышында пациенттарҙан йөҙҙәрсә шылтыратыу ҡабул ителә. 46-сы поликлиниканың колл-үҙәгендә пилот проекты ғәмәлгә ашырыла. Операторҙар пациенттарға үҙҙәре лә шылтырата. Һәр әңгәмә пациенттың һаулығына бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә.
46-сы поликлиникаға пилот проекттары бер-нисә тапҡыр индерелгән. Һуңғы йылдарҙа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы ярайһы үҙгәрештәр кисерә. Сәләмәт пациенттар һәм йоғошло сирҙәр йоҡтороусылар айырым төркөмдәрҙә ҡабул ителә. Федераль эксперт поликлиниканың рәсми документтар буйынса тейешле һәм ғәмәлдәге эшмәкәрлеген өйрәнде, пациенттар менән әңгәмә ҡорҙо.
Федераль институттың баш белгесе табипҡа яҙылыу системаһында модернизация барышы менән танышты. Табипҡа бер нисә юл менән яҙылырға мөмкин - теркәү хеҙмәте, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, шулай уҡ поликлиника колл-үҙәгенең 112 берҙәм телефон һандары ярҙамында. Баш белгес иң тәүҙә Башҡортостан поликлиникалары эшмәкәрлегенең ыңғай яҡтарын билдәләне.
Республикаға эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса Владимир Выскочков һаулыҡ һаҡлау министры менән әңгәмәләште һәм артабан ниндәй йүнәлешкә күберәк иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне.
Федераль эксперт Башҡортостанда табипҡа яҙылыу мөмкинлеген, халыҡтың беренсел медицина һәм санитар ярҙамдан файҙалана алыу торошон юғары баһаланы. Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте алдында был өлкәлә ирешелгән ҡаҙаныштарҙы артабан камиллаштырыу бурысы тора.
Гүзәл Борханова