«Етәксе һөнәрен алыштыра» акцияһы сиктәрендә Артур Дәүләтшин бер көнгә йылылыҡ технигы булып эшләне

Кабинеттан подвалға. «Етәксе һөнәрен алыштыра» акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин бер көнгә йылылыҡ технигы булып эшләне. Етәксе күп фатирлы йорттоң йылылыҡ пунктын хеҙмәтләндерҙе. Проекттың маҡсаты - эшсе һөнәрҙәргә иғтибар бүлеү, хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү. Теманы БЮТ хәбәрселәре дауам итә.

Йорттоң айырым йылылыҡ пунктында урынлашҡан ҡорамалдар барыһы ла автоматлаштырылған. Фатирҙарға ебәрелгән температураны автомат үҙе билдәләй - һауа торошон теркәүсе махсус датчик бинаның тышҡы яғынан беркетелгән. Авария осраҡтарында автомат белгестәргә смс-хәбәр ебәрә. Хеҙмәт шарттары яҡшы, өҫтәүенә, эш хаҡы ла лайыҡлы, әммә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бөгөн бер мең белгес талап ителә, шул иҫәптән йылылыҡ техниктары.

Уҡыу йортон тамамлағас күптәр ҡеүәтле предприятиеларға эшкә урынлашырға тырыша. Әммә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә күп нәмәгә өйрәнергә, тәжрибә тупларға, карьера эшләргә мөмкин. Бынан тыш, хеҙмәт хаҡы ла йылдан-йыл арта. Дәүләт комитетына эшкә алғанда ла, беҙ торлаҡ-эксплуатация участкаларында эшләгән, тәжрибәһе булған белегстәргә өҫтөнлөк бирәбеҙ.

Артур Дәүләтшин, Башҡортостан торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе

«Етәксе һөнәрен алыштыра» акцияһы республикала 10 йылдан ашыу эшләй. Проект эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, хеҙмәт баҙарында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренә булған ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн ойошторолған. Бөгөн Башҡортостан хеҙмәт баҙарында 41 мең вакансия бар, шуларҙың 70 процентын эшсе һөнәрҙәр тәшкил итә. Йылылыҡ пункттарын хеҙмәтләндереү өсөн 400-ҙән ашыу слесарь һәм слесарь-сантехниктар, урам һепереүсе, ҡыйыҡ ябыусы, балта оҫтаһы, инженерҙар талап ителә. Ошондай акцияларҙың һөҙөмтәләре лә бар.

Проекттың һөҙөмтәләре бар, әлбиттә. Мәҫәлән, күптән түгел күрһәтелгән акциянан һуң торлаҡ эксплуатация үҙәгенә 12 йөк тейәүсе машинист килде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бөгөн бер мең белгес талап ителә, шуға күрә беҙҙең маҡсат - был өлкәлә лә лайыҡлы эшләргә һәм хеҙмәт хаҡы алырға була икәнде күрһәтеү.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

«Етәксе һөнәрен алыштыра» акцияһы менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһынған. Республикала иһә был йоланы ҡала һәм район кимәлендә лә ойоштороу күҙаллана.

Лилиә Мәҡсүтова