Республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе ғаиләләр ҡышҡы спорт уйындарында көс һынашты

Баш ҡаланың «Динамо» стадионында ойошторолған ярышта муниципаль бәйгелә еңеп сыҡҡан 70 ғаилә ҡатнашты. Улар балалары менән бергә төркөмдәргә берләшеп саф һауала күңел асты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Етеҙ, әүҙем һәм сәләмәт тормош яҡлылар бер майҙанда. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивалендә һынау тотто. Спорт ярышында ҡатнашыусылар быйма кейеп хоккей уйнаны, ваҡытҡа эстафетала уҙышты.

Ҡышҡы уйындар - ғаиләләрҙе спортҡа йәлеп итеү өсөн ойошторолған мауыҡтырғыс сараларҙың береһе. Һынауҙар ҙа ябай, шуға ла ярышта 1- се класс уҡыусыларына ла ҡатнашырға мөмкин.

Фестивалдә ҡатнашыусылар фекеренсә, конкурста мотлаҡ призлы урын яулау төп маҡсат түгел. Ғаилә менән буш ваҡытты бергә уҙғарып йәшәүгә дәрт, рухи көс алыу мөһимерәк тине улар.

Флорида Ким