Башҡортостан төрлө саралар уҙғарыу өсөн уңайлы төбәк

Беҙҙең республика ил  кимәлендәге  рейтингта 5-се урынға ҡуйылған. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, һуңғы 10 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы, "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты, "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" кеүек ҙур саралар уҙғарылды.